Өфөлә Владимир Спиваков фонды академияһы асылды

Өфөлә Владимир Спиваков фонды академияһы асылды

Өфөлә күптән түгел,  1 апрелдә ҙур музыкаль проект — Башҡортостан Республикаһында Владимир Спиваков фонды академияһы асылды.

Сараны ойоштороусылар — Башҡортостанда Владимир Спиваковтың хәйриә фонды, Владимир Спиваковтың халыҡ-ара хәйриә фонды (Мәскәү), республиканың Мәҙәниәт министрлығы.

2-7 апрель дауамында  Өфө, Учалы һәм Салауат ҡалаларының мәғариф майҙансыҡтарында «Фортепиано», «Скрипка», «Кларнет», «Флейта», «Саксофон», «Вокал» һәм «Һынлы сәнғәт» йүнәлештәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.

Концертта В. Спиваков фонды программаларында ҡатнашыусылар, Башҡортостан Башлығы стипендиаттары — Даян Динәхметов (виолончель), Ирина Ғәлиева (фортепиано), Вагэ Нерсисян (скрипка), Анна Вәлиева (фортепиано) бер сәхнәлә сығыш яһаны.

 «Зәңгәр ҡош» телевизион конкурсында ҡатнашҡан Ләйсән Золотарева «Урал батыр» эпосынан өҙөк ятлап барыһын да хайран итте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb