Кисә, 18 декабрь көнө Өфөнөң "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Владимир Спиваковтың Башҡортостандағы хәйриә фонды гранттарын тапшырыу тантанаһы үтте.
Сарала билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр ҡатнашты. Тәбрикләү һүҙе менән Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы башҡарма органы вәкиле, Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов һәм билдәле музыкант,Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Владимир Спиваков төбәк фонды директоры Артур Нәзиуллин сығыш яһаны.
Еңеүселәр аҡсалата ярҙамдан тыш, төрлө ижади проекттарға саҡырыласаҡ. 2016 йылдан алып фонд проекттарында 1 меңдән ашыу бала ҡатнашты.
Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды — 1994 йылдың майында барлыҡҡа килгән коммерцияға ҡарамаған хәйриә ойошмаһы, уны скрипкасы һәм дирижёр Владимир Спиваков ойошторған. Владимир Спиваков фондының эшмәкәрлек йүнәлештәре — музыкала һәм һынлы сәнғәттә ҙур һәләттәре асылған балаларға ярҙам итеү, таланттарын үҫтереү, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә уларҙың ижади үҫешен ойоштороу. Тағы бер йүнәлеш — мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү, төрлө яҡлап хәйриә булышлығы күрһәтеү. Фонд 2005 йылдан Jeunesses Musicales International халыҡ-ара ойошмаһының Рәсәйҙәге вәкиле һәм ағзаһы булып тора.
Фонд талантлы йәш музыканттарға, бейеүселәргә, рәссамдарға ярҙам итә, улар өсөн оҫталыҡ кластары, концерттар, турҙар һәм күргәҙмәләр ойоштора. Фонд стипендиаттары халыҡ-ара һәм Рәсәй конкурстарында, фестивалдәрендә ҡатнаша. 1994 йылдан фонд — Францияның Кольмар ҡалаһында үткәрелә торған Халыҡ-ара Музыка фестивален ойошторошоусы һәм уның даими ҡатнашыусыһы.
Фонд Мәскәү, Санкт-Петербург, Себер, Урал, Украина, Белоруссияныңһ. б. музыка мәктәптәренә, сәнғәт мәктәптәренә һәм художество мәктәптәренә дамим ярҙам күрһәтә. 1998 йылдың 11 июнендә Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды бүлексәһе Башҡортостанда асыла. Шунан бирле бер нисә тиҫтә һәләтле бала уның ярҙамында музыкаль белемен һәм оҫталығын үҫтерҙе, Владимир Теодорович уларҙы сифатлы музыка ҡоралы менән тәьмин итте. Музыка сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө, әүҙем йәмәғәт һәм хәйриә эшмәкәрлеге өсөн Владимир Спиваков 2013 йылда «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнде.
В. Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды мәғариф, фән, сәнғәт һәм мәҙәниәт менән бәйлелектәге бик күп төрлө социаль программаларға булышлыҡ күрһәтә. Фонд шулай уҡ балаларҙың һаулығы өлкәһен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай, етем, инвалид балаларға, балалар йорттарына һәм дауаханаларына ла ярҙамын бүлә.