Өфөлә Владимир Спиваковтың II халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы уҙғарыла

Өфөлә Владимир Спиваковтың II халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы уҙғарыла

 Бәйге 17 сентябрҙә башлана һәм дүрт көн дауам итә. 21 сентябрҙә Өфөлә Владимир Спиваковтың халыҡ-ара скрипкасылар конкурсының Гала-концерты үтәсәк.Сара «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙғарыла.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, гала-концертта еңеүсегә 1912 йылда итальян оҫтаһы Риккардо Антониацци яһаған уйын ҡоралы тапшырыласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Спиваковтың I скрипкасылар конкурсы еңеүсеһе Даниэль Лозакович 19 быуат оҫтаһы Карло Джузеппе Оддоне (Турин) ҡоралына эйә булғайны.

Әлеге ваҡытта ике йыл элек ойошторолған скрипкасылар конкурсына әҙерлек бара. Һайлап алыу турын 16-26 йәшлек 12 башҡарыусы үткән. Улар — Иссеи Курихара (Япония), Мария Дуэньяс (Испания), Федор Безносиков (Рәсәй), Степан Стариков (Рәсәй), Ким Юджин (Көньяҡ Корея), Софи Рохлин (Израиль), Азат Нурғаянов (Рәсәй), Анна Мильман (Испания), Асия Ғарипова (Рәсәй), Ольга Голомовзюк (Рәсәй), Мерили Леотоотс (Эстония) һәм Деннис Гасанов (Рәсәй).

Конкурсанттарҙың сығышын күренекле скрипкасы Михаилом Копельман етәкселегендәге халыҡ-ара жюри баһалаясаҡ. Жюри составында Владимир Спиваков (Рәсәй), Борис Кушнир (Австрия), Цянь Чжоу (Сингапур), Такаси Симидзу (Япония), Сергей Догадин (Рәсәй) эшләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb