Әлеге хәйриә концерты үтәсәге тураһында февраль айында уҡ билдәле булғайны.
Бер меңдән артыҡ кеше һыйҙырышлы мәҙәниәт һарайына билеттар күптән һатылып бөткән ине инде.
«Яҙҙар һайын» тип исемләнгән был сараны Вәсилә Фаттахованың яҡын дуҫтары һәм «Радус» продюсер үҙәге әҙерләгән.
Тамашаны Ҡазандан килгән радио һәм телевидение алып барыусыһы Гөлназ Сәфәрова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиев алып барҙы. Улар хәтер кисәһен ҡайғы-хәсрәткә төрмәҫкә, ә киреһенсә яҡты хәтирәләрҙе иҫкә төшөрөп алып барырға тырышты.
Концерт барышында Вәсилә Фәттахова башҡарган иң популяр йырҙар яңғыраны, йырсының иң һуңғы ижад емеше – “Ашығаһың” йырына яҙылған клип күрһәтелде, йырҙар сәхнәләге ҙур экранға сығарылды.
Хәйриә концертынан килгән барлыҡ аҡсалар ҙа Вәсилә Фәттахованың ғаиләһенә тапшырыласаҡ. Уның ике балаһы – 5 йәшлек улы Кәрим һәм үҙе вафаты алдынан ғына донъяға килгән ҡыҙы Камилә ҡалды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Вәсилә Фәттахова ҡыҙын тапҡандан һуң быйыл ғинуар аҙағында вафат булды.