13 февралдә Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһында башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған исемле почта конверты тәҡдим ителә.
Сара барышында Федераль почта элемтәһе идаралығы һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ҡатнашлығында почта мисәтен һуғыу тантанаһы үтәсәк.
Яныбай Хамматов һүрәтләнгән 50 000 маркалы конверт сығарыласаҡ. Уларҙың беренсе өлөшө тиҙҙән Башҡортостан Республикаһына килеп етәсәк.
Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.