Өфөлә Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһе үтте

Өфөлә Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһе үтте

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһында күренекле башҡорт шағиры Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһе үтте.

Был сараға шиғриәтебеҙгә, телебеҙгә битараф булмаған бик күп милләттәштәребеҙ килгән ине. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова фронтовик шағирҙың тормош юлына байҡау яһаны һәм уның әҙәбиәтебеҙҙәге урынын юғары баһаланы.

 Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, шағирҙың ҡыҙы Зәйтүнгөл Яҡуп ҡыҙы һәм уның туғандары бик йылы сығыш яһаны.

Кисәлә Яҡуп Ҡолмойҙоң һүҙҙәренә яҙылған һәм күптән халыҡ һөйөүен яулаған йырҙар яңғыраны. Һис шикһеҙ, был ҙур сара күренекле ҡәләм оҫтаһына халыҡ һөйөүен тағы бер тапҡыр раҫланы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb