Башҡорт дәүләт аграр университеты майҙанында яңы арт-объект – ат һәм ҡолонсаҡ һындары урынлашты. Баҡырҙан ҡойолған композицияның бейеклеге ике метрға яҡын, ауырлығы ике тонна. Һәйкәлде асыу университеттың 90 йыллыҡ юбилейына тәғәйенләнгән.
Һәйкәлдең авторы – Илдус Закиров. Композиция биотехнологиялар һәм ветеринария медицинаһы факультеты урынлашҡан икенсе корпус алдында урын алды.