Өфөлә яңы составтағы «Дәрүишхан» рок-төркөмөнөң беренсе концерты була

Өфөлә яңы составтағы «Дәрүишхан» рок-төркөмөнөң беренсе концерты була

29 октябрҙә Тинькофф Холдың «Колизео» залында «Дәрүишхан» башҡорт рок-төркөмөнөң концерты була. Сәхнәлә яратҡан легендар хиттарҙан тыш, яңы йырҙар ҙа яңғыраясаҡ.

Төркөм яңы составта беренсе тапҡыр концерт менән сығыш яһай. Быға тиклем «Дәрүишхан» фестивалдәрҙә һәм төрлө концерттарҙа ғына ҡатнашты. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, тамашасыларҙы сюрприз көтә. Концертта уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан популяр артистар ҙа ҡатнаша.

Концерт 20 cәғәттә башлана. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-927-336-13-13, Вәғиз Ҡырымсурин.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb