Өфөлә Юрий Шевчук тураһында спектакль ҡуйыласаҡ

Өфөлә Юрий Шевчук тураһында спектакль ҡуйыласаҡ

Өфөлә күренекле яҡташыбыҙ, «ДДТ» төркөмө етәксеһе Юрий Шевчук тураһында спектакль ҡуйыласаҡ. «Мәңгелек балалары йәки Фәниә Шевчук хәтерләй» тип исемләнгән сәхнә әҫәрененең авторы - драматург Рәлиф Кинйәбаев. Бөгөн спектаклдең ижади төркөмө Фәниә Шевчук менән осрашты.

СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова, билдәле театр режиссеры Гөлдәр Ильясова һәм рәссам Азамат Ғиләжевтарҙың Фәниә Шевчук менән тәүгә осрашыуы. Ижади төркөм алдында Рәсәй рок сәнғәтенең сағыу йондоҙо Юрий Шевчук тарихын сәхнәгә сығарыу бурысы тора.
Пьесаның авторы Рәлиф Кинйәбаев Юрий Шевчуктың Санкт-Петербургҡа сығып киткән осорон һүрәтләгән. Спектаклдә ваҡиғалар йырсы һәм музыканттың иң яҡын кешеһе, ғүмерлек дуҫы һәм таянысы - әсәһе Фәниә Шевчук исеменән бәйән ителәсәк. Тәү ҡарашҡа сибек кенә күренһә лә, Фәниә Әкрәм ҡыҙы балаларына һәр ваҡыт талапсан һәм ҡайһы саҡта ҡаты ла булыуын йәшермәй. Буласаҡ йондоҙ иһә әсә һүҙенән сыҡмай.
Сәхнәлә тиҫтәләрсә әсә образдарын тыуҙырыусы Гөлли Мөбәрәкова яңы героиняһының прототибы менән тулҡынланып осрашты. Сөнки быға тиклем ижад ителгән йыйылма образдарҙан айырмалы, яңы спектаклдә актрисаға уның менән бер ҡалала йәшәүсе замандашын һынландырырға тура киләсәк.
Былтыр яҙ рок сәнғәтен һөйөүселәр Наил Мәхмүтовтың Юрий Шевчук һәм «ДДТ» төркөмө хаҡында китабын ҡулға алып шатланғайны. Рәлиф Кинйәбаевтың яңы пьесаһындағы хәл-ваҡиғалар ҙа ошо китаптағы хәтирәләргә нигеҙләнгән. Театр тамашасыһына иһә йондоҙ тормошоноң иң сағыу мәлдәре тасуирланасаҡ.
Юрий Шевчуктың үҙен һәм уның мөхәббәте Эльмира Бикбованы уйнаясаҡ актерҙар әлегә һайланмаған. Спектакль Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә ҡуйыласаҡ. Хәйер, Шевчуктар ғаиләһенең фәһемле һәм мауыҡтырғыс тарихы төрлө быуын вәкилдәрен арбай.

"БСТ" сайтынан

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb