Өфөлә З. Исмәғилев исемендәге башҡарыусы-музыканттарҙың III Халыҡ-ара конкурсы дауам итә

Өфөлә З. Исмәғилев исемендәге  башҡарыусы-музыканттарҙың III Халыҡ-ара конкурсы дауам итә
Кисә, йәғни 8 ноябрҙә, өлкән төркөм вокалистары, пианистары һәм ҡыллы ҡоралдарҙа уйнаусыларҙың З. Исмәғилев исемендәге башҡарыусы-музыканттарҙың III Халыҡ-ара конкурсының беренсе туры башланды.

Бәйгенең жюри ағзалары билдәләүенсә, был проект бик әһәмиәтле һәм актуаль. Сит илдән, Рәсәй төбәктәренән ҡатнашыусы конкурсанттар Башҡортостан Республикаһының композиторҙары әҫәрҙәрен тәрән өйрәнә, илебеҙҙең бөйөк мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһына.

Тәүге тур барышында баһалама рәйесе, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Валерий Алиев мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйткән :”Бәйге лә ҡатнашҡан һәр конкурсант-еңеүсе” һүҙҙәрен йәнә бер ҡабатлап үтте.

Конкурсанттарҙың сығыш графигы һәм һөҙөмтәләре:
«Яңғыҙ йырлау»
8 ноябрь көнө “Башҡортостан” дәүләт концерт залында өлкән төркөмдөң «Яңғыҙ йырлау» номинацияһында 15 бәйгесе көс һынашты. Икенсе турға 9 конкурсант үтте, шулар араһында 6 бәйгесе Өфө ҡалаһынан.
Бөгөн, 9 ноябрҙә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында шул уҡ номинацияла бәләкәй төркөмгә ҡараған конкурсанттар көс һынаша. Йәрәбә тартып сығарыу һөҙөмтәләре буйынса беренсе турҙы Өфө ҡалаһынан Динар Фәйзуллин башлап асасаҡ, ә Айгөл Әхмәтшина сығышы менән тамамланасаҡ. Әйтеп үтәйек, Айгөл Әхмәтшина күптән түгел генә уҙып киткән Ф.И. Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара вокалистар фестиваленең дипломанты исемен яулаусы ла.

«Скрипка, виолончель, контрабас»
Урта махсус музыкаль белем биреү колледжының концерт залында «Скрипка, виолончель, контрабас» номинациялары буйынса бәйгеселәр көс һынашты. Барлығы тәүге турҙа 12 конкурсант ҡатнашты, икенсе турға 9 ҡатнашыусы үтте.

«Фортепиано»
Кисә, 8 ноябрҙә, Өфө дәүләт сәнғәт институтының Ф.И.Шаляпин исемендәге концерт залында «Фортепиано» номинацияһының беренсе туры үтте. 18 пианист сығыш яһаны, бөтәһе лә икенсе турға уңышлы ғына үтеп киттеләр.
Пианистарҙың икенсе туры 11 ноябрҙә 10:00 (бәләкәстәр төркөмө) һәм 12 ноябрҙә 13:00 (өлкәндәр төркөмө) үтәсәк.

Бәйге барышының мәғлүмәттәре менән З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының сайтында таныша алаһығыҙ (http://ufaart.ru).

Гүзәл Багаева



 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb