Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
ӨФӨЛӘ ЗАһИР ИСМӘҒИЛЕВ ИСЕМЕНДӘГЕ III МУЗЫКАНТ-БАШҠАРЫУСЫЛАРҘЫҢ ХАЛЫҠ-АРА КОНКУРСЫ ҮТӘСӘК
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 31 октябрь 2016
ӨФӨЛӘ ЗАһИР ИСМӘҒИЛЕВ ИСЕМЕНДӘГЕ III МУЗЫКАНТ-БАШҠАРЫУСЫЛАРҘЫҢ ХАЛЫҠ-АРА КОНКУРСЫ ҮТӘСӘК
Өфөнө тағы ла ҙур мәҙәни сара көтә. 7 ноябрҙән алып 16-сы ноябргә тиклем З.Исмәғилев исемендәге башҡарыусы-музыканттарҙың III Халыҡ-ара конкурсы үтәсәк.
Ул СССР-ҙың халыҡ артисы, М.И.Глинка исемендәге Рәсәй Федерацияhының дәүләт премияhы лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияhы лауреаты, атаҡлы композитор, педагог hәм йәмәғәт эшмәкәре Заhир Ғәрип улы Исмәғилевтың тыуыуына 100-йыллығына арнала hәм уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында үткәрелә.
Ә уның исеме башҡорт hәм бөтә Рәсәй сәнғәтенең йөҙөк ҡашы булып тора. Ул башҡорт классик операhына нигеҙ hалыусы ғына түгел, ә бөтә профессиональ милли музыкаhын классик үрҙәргә күтәреүсе, уны тыуҙырыусы, шулай уҡ сәнғәт өлкәhендәге белем биреү, уҡыу-уҡытыу системаhын булдырыуға тос өлөш индергән ижадсы.
Конкурстың ойоштороусылары: Рәсәй Федерацияhының hәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлыҡтары, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты hәм Башҡортостан Республикаhының Композиторҙар союзы.
Конкурста ҡатнашыусылар ике номинацияға бүленә: «Яңғыҙ йырлау» (йәш буйынса беренсе төркөм) 17 йәштән алып 22 йәшкә тиклем, икенсе төркөм – 23 йәштән алып 32 йәшкә тиклем), «Фортепиано» менән «Скрипка, виолончель, контрабас» (беренсе йәштәр төркөмө – 14 йәштән – 19 йәшкә тиклем, икенсе өлкәндәр төркөмө – 20 йәштән – 32 йәшкә тиклем). «Яңғыҙ йырлау» номинацияhында беренсе йәштәр төркөмө өсөн ике тур үткәреләсәк – hайлап алыу hәм финал – берәй музыка ҡоралы оҙатыуында йәки a cappella башҡарыу; икенсе төркөм өсөн – өс тур үткәрелә – ике hайлап алыу hәм өсөнсөhө финал – симфоник оркестр оҙатыуында. «Фортепиано» hәм ҡыллы ҡоралдар номинацияларында ике төркөм өсөн дә өс тур – ике hайлап алыу hәм өсөнсө финал туры – шулай уҡ симфоник оркестр оҙатыуында үткәрелә.
Конкурсанттар сығыштарын билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренән торған юғары жюри баhалаясаҡ. Жюри рәйесе РФ Халыҡ артисы В. С.Алиев («Яңғыҙ йырлау» номинацияhы), Гнесиндар исемендэге Рәсәй музыка академияhы профессоры В. Б.Носина («Фортепиано»), шул уҡ Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияhы профессоры, РФ атҡаҙанған артисы А.А.Кошванец («Скрипка, виолончель, контрабас»).
«Яңғыҙ йырлау» номинацияhы буйынса жюриға шулай ук Казак Милли сәнгәт универитеты hәм Курмангазы исемендәге Казак Милли консерваторияhы профессоры, Абай ис. Казак дәүләт опера hәм балет театры солисы Ш.К.Абилов, Гнесиндар исемндәге Рәсәй музыка академияhы профессоры, РФ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре М.С.Агин, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, кафедра мөдире, РФ hәм БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ф.Ф.Сәғитова, РФ-ның атҡаҙанған артисы З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Й.Э.Әбделмәнов.
«Фортепиано» номинацияhында шулай уҡ З.Исмәғилев ис. ОДСИ профессоры, БР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Н.Г.Хәмиҙуллина, З.Исмәғилев ис. ОДСИ профессоры, БР-ның атҡаҙанған артисы М.Ю.Кочуров, А.Шнитке исемендәге Мәскәү дәүләт музыка институты hәм З.Исмәғилев исемендәге ОДСИ профессоры, БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР Ш.Бабич исмендәге Йәштәр дәүләт премияhы лауреаты Р.Р.Шәйхетдинов; «Скрипка, виолончель, контрабас» номинацияларында – З.Исмәғилев исемендәге ОДСИ профессоры, БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РФ атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре А.А.Шисман, З.Исмәғилев ис. ОДСИ профессоры, БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ф.Б.Ситдикова, З.Исмәғилев ис. ОДСИ профессоры, БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре В.Д.Зинов hэм З.Исмәғилев ис. ОДСИ доценты, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре М.Д.Афанасьев.
Конкурс тыңлауҙары башҡаланың төп музыка майҙансыҡтарында: Өфө сәнғәт училищеhы, Өфө сәнғәт институты, Махсус музыкаль колледжы, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы, Х.Әхмәтов исемендәге Башкорт дәүләт филармонияhының Бәләкәй залында барасаҡ.
Конкурс hөҙөмтәләре буйынса еңеүселәргә аҡсалата премиялар тапшырыла. Һәр номинацияла лауреат hәм дипломант исемдәре биреләсәк, концертмейстерзарға ла дипломдар тапшырылыу ҡаралған. З.Исмәғилев әҫәрзәрен иң оҫта башҡарған солистарға ла премия биреү күҙ уңында тора.Финалға үтмәүселәр ҙә маҡтау грамоталары менән бүләкләнәсәк.
Дәүләт hәм йәмәғәт ойошмалары, ижади союздар, киң мәғлүмәт саралары, шәхси кешеләр ҙә конкурстың Ойоштороу комитеты ризалығы менән махсус премиялар hәм приздар тапшыра ала.
З.Исмәғилев исемендәге музыкант башҡарыусыларзың III халыҡ-ара конкурсы тураhында тулы мәғлүмәт Өфө дәүләт сәнғәт институтының сайтында урынлаштырылған (
http://ufaart.ru)
.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө