Өфөлә Зөһрә Фәйзуллина вафат булған

Өфөлә Зөһрә Фәйзуллина вафат булған

Өфөлә шағирә, драматург, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина вафат булған.

Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллина 1946 йылдың 29 июлендә Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Асҡар урта мәктәбен тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала.Оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытыусы, Сибай ҡалаһында баҫылған төбәк-ара "Атайсал" гәзитендә баш мөхәррир вазифаһын башҡара, ҡалалағы "СУЛПАН" дәүләт балалар театрынында әҙәби бүлекте етәкләй.

З.Фәйзуллина кескәйҙәр һәм ололар өсөн дә төрлө жанрҙарҙа ижад итә. Уның "Илекле ҡыр" (1993) , "Тыуған ерем бер генә" (1996), "Сибай йәшлек ҡалаһы" (2005) тигән йырҙар йыйынтығы, "Етегән йондоҙ" (2007) исемле пьессалар йыйынтығы, "Олатай аманаты"(2004),"Йәйғор төҫө" (2008)исемле альманахта шиғырҙары, "Халҡымдың байрамдары" (2006) тигән сценарийҙәр йыйынтығы донья күрҙе. Шулай уҡ “Ишектәрем асыҡ” дуҫтарға, “Тәңкә һалдым”, “Күңелемдең иләҫ-миләҫ сағы” исемдәре аҫтында музыкаль дисктар сығара.

З. Фәйзуллина БР-ның, РФ-ның журналистар (2000 йыл) һәм яҙыусылар союзы (2007 йыл) ағзаһы. Ул БР-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев, Баймаҡ районың Хөсәйен Әхмәтов, Әбйәлил районың Ким Әхмәтйәнов исемеңдәге премиялары лауреаты.

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы  Зөһрә Фәйзуллинаның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb