Өфөлә Ғабудулла Туҡайҙы иҫкә алдылар

Өфөлә  Ғабудулла Туҡайҙы иҫкә алдылар

Татар халҡының билдәле улының тыуыуына – 132 йыл. Туҡайға арналған саралар Өфө ҡалаһында ла үтте. Кисә, 26 апрелдә, Өфөлә бөйөк татар яҙыусыһы, шағир, тәнҡитсе һәм тәржемәсе Ғабдулла Туҡайҙың мемориаль таҡтаташына сәскә һалдылар.

1912 йылда Өфөгә килгәндә ул туҡталып киткән йортта иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Әйткәндәй, Башҡортостан Хөкүмәте яңыраҡ Ғабдулла Туҡайға һәйкәл буйынса конкурс иғлан итте. Иң яҡшы проект “Нур” татар театры янында урынлашасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb