Өфөлә ғалим Әнүәр Әсфәндиәровҡа таҡтаташ ҡуйылды

Өфөлә ғалим Әнүәр Әсфәндиәровҡа таҡтаташ ҡуйылды

11 июндә Өфөлә билдәле тарихсы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Әнүәр Әсфәндиәров йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тантанала Әнүәр Закир улының ҡатыны Клара Миһран ҡыҙы, дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, яҙыусылар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашҡан.

Мемориаль таҡтаташ Киров районы хакимиәте менән берлектә Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаусылар ассоциацияһы менән асылды.

"Әнүәр Закир улын хаҡлы рәүештә тотош дәүер тип атарға мөмкин. Уның китаптары фундаменталь характерға эйә һәм бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. Быйыл ғына беҙ уның ике фундаменталь хеҙмәтен - "Ауылдар тарихы"н һәм "Минзәлә башҡорттары ауылдары"н яңынан сығарҙыҡ. Уның китаптары, уның исеме, ғилми мираҫы Башҡортостан Республикаһында тарихи белем биреүҙең һәм тарих фәненең барлыҡҡа килеүе һәм үҫешеүе менән айырылғыһыҙ бәйле. Уның ижади мираҫында бөгөн республиканың дәүләт сәйәсәте төҙөлә. Бөгөн мемориаль таҡтаташ асыу - бөйөк ғалим һәм уҡытыусы иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса тағы ла бер аҙым. Киләсәктә Әсфәндиәров уҡыуҙарын да, башҡа төрлө сараларҙы ла ойошторорға ниәтләйбеҙ, улар иҫәбендә Өфө ҡалаһы урамдарының береһенә ғалимдың исемен биреү ", - тине БР Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән Әнүәр Закир улының мираҫы баһалап бөткөһөҙ.

"Уның фәнни тикшеренеүҙәре сығанаҡтарға ныҡлы нигеҙләнеүе, теүәллеге менән айырылып торҙо. Ул бығаса бер ҡайҙа ла баҫылмаған бик күп документтарҙы таптын һәм ғилми әйләнешкә индерҙе. Уның Башҡортостандың тораҡ пункттарының тарихы буйынса эше мөһим ижтимағи әһәмиәткә эйә. Әнүәр Закир улы ярҙамында хәҙер бик күп кешеләр үҙҙәренең тамырҙарын белә, ғаилә тарихына өйрәнеү мөмкинлегенә эйә. Тарихсының республиканан ситтә, тарихи Башҡортостан ерҙәрендә, урынлашҡан башҡорт ауылдарына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе өйрәнеүе лә әһәмиәтле. Башҡорт ҡоролтайы тарихи хәтерҙе тергеҙеү буйынса әүҙем эш алып бара. Беҙ милли үҙаңды тергеҙеүҙә мөһим роль уйнаған башҡорт ырыуҙарының съездарын үткәрәбеҙ. Әнүәр Әсфәндиәров тапҡан һәм ташҡа баҫтырған мәғлүмәттәр беҙгә бик ныҡ ярҙам итә. Был бәхәсһеҙ тарихи мәғлүмәттәр - беҙҙең ышаныслы таянысыбыҙ, ә ҡайһы берҙә нигеҙһеҙ тарихи алымдарға ҡаршы тороу өсөн ҡорал ", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Эльвира Ринат ҡыҙы.

Таҡтаташты асыу тантанаһында Әнүәр Әсфәндиәровтың хеҙмәттәштәре, туғандары ла сығыш яһаны. Сара иҫтәлекле таҡтаташҡа сәскәләр һалыу менән тамамланды.

Белешмә. Әнүәр Закир улының күп йыллыҡ һөҙөмтәле эшмәкәрлеге лайыҡлы баһа алды. Тарих фәндәре кандидаты (1970), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2007), Ә. Вәлиди исемендәге халыҡ-ара (1997) һәм В. П. Бирюков исемендәге Урал (1994) премиялары лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры.

Өфөлә ғалим Әнүәр Әсфәндиәровҡа таҡтаташ ҡуйылды
Өфөлә ғалим Әнүәр Әсфәндиәровҡа таҡтаташ ҡуйылды
Өфөлә ғалим Әнүәр Әсфәндиәровҡа таҡтаташ ҡуйылды
Өфөлә ғалим Әнүәр Әсфәндиәровҡа таҡтаташ ҡуйылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb