Өфөлә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар театрының гастролдәре бара

Өфөлә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар театрының гастролдәре бара

Өфө «Нур» татар театры сәхнәһендә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театрының гастролдәре бара.

Тәүге көндө ҡазандар Аяз Ғиләжевтың «Әтәс менгән ситәнгә» спектаклен тәҡдим итте.

Татар театрының гастролдәре 2019 йылдың 20 февраленә тиклем дауам итә.

18 февралдә — Ғ.Исхаҡиҙың «Тормошмо был?», 20 февралдә — «Бейеү пәрейе», авторы һәм режиссеры  И. Зәйниев спектаклдәренә рәхим итегеҙ.

Ә «Нур» театры Пермь өлкәһендә гастролдәр менән сығыш яһай. Өфө татар театры өс көн буйына тамашасыларҙы сағыу комедиялары менән ҡыуандырҙы. 14 февралдә Зөлфәт Хәкимдең «Тыҡрыҡта булды был хәл» комедияһы күрһәтелде, режиссеры – Байрас Ибраһимов, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. 15 февралдә Пермдә йәшәүселәр Наил Ғәйетбаевтың «Балкондан төшкән мөхәббәт» комедияһын ҡараны. 16 февралдә Барҙа ҡасабаһы тамашасыларының да мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә «Балкондан төшкән мөхәббәт» комедияһы күрһәтелде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb