Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» бәйгеһе еңеүселәре тәбрикләнәсәк

Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» бәйгеһе еңеүселәре тәбрикләнәсәк

Башҡортостанда «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсы өсөнсө йыл рәттән уҙғарылып килә. Сараны ойоштороусылар: Республика Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто.

Бөгөн, 27 февралдә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында уҙған конференцияла Республика Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Кирәева һәм режиссер Екатерина Рафай ҡатнашты.

Быйылғы сара Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналып уҙғарыла. Конкурс еңеүселәренә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәһе ойошторған Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал тапшырыласаҡ, ти Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

Бәйгегә республика райондарынан һәм ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән йәмәғәтселәр, активистар һәм инициативалы профессиональ ҡатын-ҡыҙҙар эштәрен тәҡдим иткән. Күбеһенсә сарала оло йәштәге ханымдар ҡатнашыу теләге белдергән, Әбйәлил районынан бүләкләү тантанаһына киләсәк ҡатнашыусы апайға 87 йәш.

Конкурс 3 ай дауамында район һәм ҡала этаптарында уҙғарылған. Муниципаль этаптарҙа еңеүселәр республика финалына саҡырылған. Бүләкләү тантанаһы һәм финал сараһы 4 мартта “Торатау” Конгресс-Холында уҙасаҡ. Тантаналы концертта Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры, күренекле һәм билдәле сәхнә йондоҙҙарының ҡатнашыуы көтөлә. Шулай уҡ сара сиктәрендә күргәҙмә ойоштороу ҡаралған, оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарҙың эштәре менән танышыу мөмкинселеге буласаҡ.

Барлығы бәйгегә 300 ҙән артыҡ ғариза ҡабул ителгән. Еңеүселәр 10 номинация буйынса тәбрикләнәсәк: «Мәҙәниәттә –ҡатын-ҡыҙ», «Ҡатын--әсә», « Ҡатын-ҡыҙ-лидер», «Ҡатын-ҡыҙ-ғалимә», «Ҡатын-ҡыҙ-уҡытыусы», «Ҡатын-ҡыҙ- эшҡыуар», «Ҡатын-ҡыҙ-ҡул оҫтаһы»,«Ҡатын-ҡыҙ-йыл өлгөһө», «Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ», «Иң йәш йәмәғәтсе».

Конкурстың маҡсаты һәм бурысы: ҡатын-ҡыҙҙың йәмәғәт эшен активлаштырыу, халыҡтың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен күтәреү, ҡатын-ҡыҙ эшмәкәрлеген баһалау, ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге статусын күтәреү һәм ғаилә традицияларын тергеҙеү.

 

Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» бәйгеһе еңеүселәре тәбрикләнәсәк
Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» бәйгеһе еңеүселәре тәбрикләнәсәк
Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» бәйгеһе еңеүселәре тәбрикләнәсәк
Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» бәйгеһе еңеүселәре тәбрикләнәсәк

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb