Йыйынтыҡ Мостай Кәрим исемендәге фонд ярҙамында сығарылды. Ул ике вариантта әҙерләнгән. Тәүгеһе акустика версияһындағы пластинка, икенсеһендә заманса аранжировкалау алымы ҡулланылған.
Тамаша Өфөнөң фонтан майҙанында ҡуйылды. Ҡурай моңон һөйөүселәр өсөн музыкаль программанан тыш ҡыҙыҡлы викторина ойошторолдо һөм партнерҙарҙың бүләктәре таратылды.