Өфөлә "Ҡыл" тип исемләнгән йәш шағирҙар хәрәкәте төҙөлдө

Өфөлә "Ҡыл" тип исемләнгән йәш шағирҙар хәрәкәте төҙөлдө

Айгөл Йәмилева , Айбулат Сәсәнбаев , Динә Солтанова, Лилиә Хәлилова һәм Инсаф Хужабиргәнов "Ҡыл" йәш шағирҙар хәрәкәте төҙөлөүе хаҡында хәбәр итте һәм уның әҙер уставын Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улына тапшырҙы.
Йәш шағирҙар хәрәкәте булдырыу - йәштәрҙең күптән йөрьәт иткән хыялы. Алдағы йылдарҙа бер-нисә тапҡыр бындайыраҡ хәрәкәтте ойоштороу уңышһыҙ тамамланды. Әммә был юлы хәрәкәтте ойоштороусы биш йәш ижадсылар эшкә бик етди итеп тотондо. Ниһәйәт, хыял тормошҡа ашты, оҙон юлдың тәүге аҙымдары яһалды.
“Ҡыл” – шағир кешенең донъяның һәр бер күренешенән моң сығарыусы күңел ҡылы ул, әҙәбитебеҙҙе яңы кимәлгә күтәрерлек эштәр ҡылыу ул. Иманым камил, хәрәкәттең ағзалары бик күп күңел ҡылдарын сиртәсәк, бик күп эштәр ҡыласаҡ әле.
Әгәр ҙә һин шиғырҙар яҙһаң, яңы кимәлгә күтәрелергә теләһәң, киң аудиторияла танылыу табырға уйлаһаң һәм үҙеңә ижадташ дуҫтар эҙләһәң, "Ҡыл" йәш шағирҙар хәрәкәтенә рәхим ит!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb