Иртәгә, 17 апрелдә, Өфөлә режиссер Абдиш Айылчиевтың “Бейеклек 144 ” фильмы күрһәтелә. Картинала ҡыҙыл армеецтарҙың батырлығы, шул иҫәптән Башҡортостан вәкиле Хәкимйән Әхмәтғәлин тураһында бәйән ителә. Фильм Башҡортостан, Сыуаш республикалары, Үзбәкстан, Тажикстан, Латвия һәм Ульяновск өлкәһендә төшөрөлгән.
Сараны Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто ойоштора.