Бөгөн, 22 июнь көнө, «Родина» кинотеатрында Өфөлә Ҡырғыҙстан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ҡырғыҙ кинолары күрһәтелә башланы.
“Ҡырғыҙстан Башҡортостандың мәҙәниәт тормошонда, республикалағы барлыҡ мөһим сараларҙа ҡатнаша. Милли фильмдар менән өсөнсө тапҡыр Өфөлә уҙғарылған “Көмөш Аҡбуҙат” Халыҡ-ара этник кинофестиваленә килделәр. Тамашасылар һәм дә баһалама ағзалары тарафынан иң ҙур баһа алдылар, тине Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраков. – Беҙ артабан да мәҙәни аралашыуҙы дауам итәсәкбеҙ”.
Ҡырғыҙстандың бейеү коллективтары Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестиваленең лауреаттары (2015), «Урал моңо – 2016» бәйгеһендә ҡатнашып киләләр.
«Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан араһында кинематография өлкәһендә тығыҙ бәйләнеш булдырылған, – тип билдәләп үтте Ҡырғыҙстандың Мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм туризм министрлығы эргәһендәге кинематография Департаменты директоры Мукталы Бектаналиев. – 2015 йылда беҙҙең республикала Башҡортостан Мәҙәниәте көндәре үтте».
Ҡырғыҙ киноһын асыу тантанаһында Мукталы Абдыбекович Ҡырғыҙстанда кинематографияның киң үҫеш алыуын билдәләп үтте, кинофестивалдәрҙә һәр ваҡыт беренсе урындар яулауҙарын әйтеп уҙҙы.
Әйтәйек, Дастан Жапар уулуның «Завещание отца» (2016) фильмы 5 тапҡыр Гран-при яулап өлгөргән дә инде (Монреаль, Индия, Ҡаҙан һәм б.ҡ).
Бөгөн Өфө тамашасыһына С.Шер Нияздың «Курманжан Датка» (2014) фильмы тәҡдим ителде. Иртәгә, 23 июндә, шулай уҡ “Родина” кинотеатрында сәғәт 10.00 Бакыт Мукуланың һәм Дастан Жапар уулуның «Завещание отца» (2016) һәм Ники Жолдошеваның «Сутак» фильмдары күрһәтеләсәк.
Шулай уҡ бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Ҡырғыҙстан мәҙәниәте көндәре сараһын асыу тантанаһы үтә. Тамашасылар алдында дуҫлыҡ мөнәсәбәтендәге республиканың ижади коллективтары сығыш яһай.
Автор: Гүзәл Багаева