Өфө райондарындағы боҙ ҡаласыҡтары 23 декабрҙән эшләй башланы. Район Яңы йыл майҙансыҡтарында театрлаштырылған тамашалар һәм уйын программаларын ойоштороу планлаштырылған. Дим районында улар Мәҙәниәт һәм ял паркында, Калинин районында Моторҙар төҙөүселәр мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда, Киров районында – Салауат Юлаев исемендәге майҙанда, Орджоникидзе районында Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Ленин районында – “Волна” паркы алдындағы майҙанда, Совет һәм Октябрь райондарында иһә “Үҙәк” сауҙа комплексы алдындағы һәм Спорт һарайы янындағы майҙандарҙа үтәсәк.
“Ватан” паркында һәм Салауат Юлаев исемендәге майҙанда «Ғәжәйеп Яңы йыл Башҡортостаны» тип аталған республика проекты үтәсәк.
Республиканың төп Яңы йыл шыршыһы Салауат Юлаев исемендәге майҙанда урынлашҡан. “Ватан” паркында урынлашҡан Ҡыш Бабайҙың Үҙәк ҡунаҡ тирмәһе 25 декабрҙә асылды.
Яңы йыл төнөндә, 31 декабрҙә, Дәүләт рус академия драма театры алдында эстрада-күңел асыу программаһы ойоштороласаҡ. Ул киске сәғәт унда башлана һәм төнгө өскә тиклем дауам итәсәк. Унда Ҡала мәҙәниәт һарайы һәм «Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солистары ҡатнашасаҡ. Төнгө сәғәт икелә Ленин исемендәге майҙанда фейерверк планлаштырылған.