Күргәҙмәлә халыҡ кәсептәре өлгөләре, сувенирҙар менән танышырға була. “Өфө-Ладья” форумы Башҡортостан баш ҡалаһында өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Сара барышында халыҡ кесептәренә өйрәнергә була. Оҫталар ҡаласығында махсус курстар ойошторола, тематик секциялар эшләй. Быйылғы форум сиктәрендә Милли аш-һыу фестивале лә уҙғарыла. Ҡунаҡтар Башҡортостан халыҡтары ризыҡтарын бешереү серҙәренә төшөнә ала.
Халыҡ оҫталарының кәсебен тергеҙеү, таратыу маҡсатынан ойошторолған фестиваль өс көн барасаҡ. Республиканан ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә килгән һөнәрмәндәр бер-береһе менән аралаштып, кәңәшләшеп, әйберҙәрен һатыуға сығарыу мәсьәләһе буйынса тәжрибә уртаҡлашасаҡ.