Өфөлә үҙешмәкәр музыка коллективтары етәкселәре һәм ҡатнашыусылары өсөн семинар ойошторола

Өфөлә үҙешмәкәр музыка коллективтары етәкселәре һәм ҡатнашыусылары өсөн семинар ойошторола

29-30 апрелдә Өфөлә үҙешмәкәр инструменталь коллективтар етәкселәре һәм ҡатнашыусылары өсөн республика семинары үтәсәк.

Семинар программаһы түбәндәге темаларҙы үҙ эсенә ала: "Бөтә замандар аша иҫкергән инструменттар", "Ҡыл-ҡумыҙ һәм донъя тауышы", "Балалайка. "Тауыш алыу", "Славян этник инструментарийы. Традициялар һәм хәҙерге заман. Уйын алымдары һәм ансамблдә уйнау".

Уҡытыусылар: Музыкант-фольклорсы, мультиинструменталист, популяр "Иван Купала" төркөмө солисы, "Люди вольные" казак йыры ансамбле етәксеһе Роман Ломов (Мәскәү ҡалаһы) ; "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең "Забава" рус халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лира Ястребова; "Йатаған" этно-төркөмө солисы, "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Аяз Нухов һәм "Йатаған" этно-төркөмө солисы  Илдар Шакиров.

Мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb