Өфө ҡалаһының Үҙәк ҡала китапханаһында «Һиндостандың бәхет филдәре” тип аталған күргәҙмә үтә. Экспозицияларҙың барыһын да Өфөлә йәшәүсе Азановтар ғаиләһе туплаған.
Күргәҙмәлә йөҙҙән ашыу фил һыны бар. Улар фарфорҙан, таштан, ағастан, тимерҙән, туҡыманан һәм башҡа материалдарҙан эшләнгән. Күргәҙмәлә балалар өсөн уйынсыҡтар, сувенир ҡурсаҡтар, бижутерия табып була. Сара 30 декабргә тиклем дауам итә.