Өфөлә тиҙҙән «Һылыуҡай-2019» республика гүзәллек бәйгеһе үтәсәк. Күптән түгел “Һылыуҡай” республика гүзәллек бәйгеһенә һайлап алыу туры үтте.
Быйылғы конкурсты Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы берлектә ойоштора.
Гүзәллек бәйгеһендә 16-нан 25 йәшкәсә ҡыҙҙар ҡатнаша ала, төп шарт – башҡорт телендә ирекле аралашыу. Һайлап алыу барашында гүзәл заттарға үҙҙәре менән таныштырырға, йырлап йәки бейеп күрһәтергә һәм дефиле менән үтергә кәрәк ине.
Ҡатнашыусы ҡыҙҙар үҙҙәрен өс этапта күрһәтте, «визитка» (ҡыҫҡаса үҙең менән таныштырыу), «ижади бәйге» (бейеү, йыр/таҡмаҡ, актерлыҡ этюды), кейем-һалым күрһәтеү (дефиле).
Баһалама ағзалары ҡыҙҙарҙың башҡорт телендә матур һәм иркен аралаша белеүенә лә иғтибар итте.
27-се тапҡыр уҙасаҡ матурлыҡ бәйгеһенеңе яңылығы - быйыл унда бығаса ҡатнашҡан ҡыҙҙарға үҙҙәрен икенсегә һынап ҡарау мөмкинлеге лә бирелде.
Кастинг һөҙөмтәләре буйынса матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн 11 ҡыҙ һайлап алынды. 12-се һылыуҡай Мәскәү ҡалаһы исеменән сығыш яһаясаҡ. Уның исеме 7 апрелдә Гала-концертта билдәле була.
Һылыуҡайҙар көндәрен репетиция, фотосессияларҙа ҡатнашып, "Һылыуҡай көндәлеге" тапшырыуына төшөп уҙғара. Гүзәллек республика бәйгеһенең финалы 27 апрелгә билдәләнгән.