Өфөлә "Һынлы сәнғәт ҡомартҡылары" тип исемләнгән Башҡортостандың милли музей фондынан алынған картиналар күргәҙмәһе асылды

Өфөлә "Һынлы сәнғәт ҡомартҡылары" тип исемләнгән Башҡортостандың милли музей фондынан алынған картиналар күргәҙмәһе асылды

Бөгөн, 25 июлдә "Һынлы сәнғәт ҡомартҡылары" тип исемләнгән Башҡортостандың милли музей фондынан алынған картиналар күргәҙмәһе эш башланы. Билдәле рәссамдарҙың һәм уларҙың уҡыусыларының әҫәрҙәре Башҡортостандың тарихи- мәҙәни мираҫын тәшкил итә. Сәнғәт һөйөүселәр Ҡасим Дәүләткилдеев, Әхмәт Лотфуллин, Александр Тюлькин, Борис Домашников, Әҙиә Ситдиҡова кеүек мәшһүр ижадсыларҙың картиналары менән таныша ала.

Халҡыбыҙҙың көнкүрешен, йолаларын, тыуған ер тәбиғәтен һүрәтләгән әҫәрҙәрҙең күбеһе үткән быуатта төшөрөлгән. Улар музей фонды бүлектәрендә махсус шарттарҙа һаҡлана.

Һәр картинала тарих сағыла. Ҡылҡәләм оҫталарының башҡарыу һәләте, тарихи-мәҙәни әһәмиәте белгестәр тарафынан юғары баһалана. Ай аҙағына тиклем сәнғәт ҡомартҡылары килеүселәргә үҙ серҙәрен асырға әҙер.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb