"Башҡорт 2.0" исеме аҫтында нәшер ителгән йыйынтыҡта төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанған, Рәсәй төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ сағылыш тапҡан. Ул Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәүсе Баймаҡ ҡыҙы Эльвира Моталова авторлығында ижад ителгән.
Ошо уңайҙан Өфөлә китаптың исем туйы үтте. Автор әйтеүенсә, баҫма геройҙар миҫалында башҡаларҙы дәртләндереү һәм илһамландырыу йәһәтенән әһәмиәтле.
«Bashkort 2.0» — Башҡортостандың заманса, үҫешкән һәм маҡсатлы яҡташтары тураһында проект. Исеме яңыртылған, яҡшыртылған башҡорт йәштәре версияһын сағылдыра. Геройҙар Башҡортостанда һәм Рәсәй ҡалаларында, шулай уҡ Европала һәм Азияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала,Африкала һәм Австралияла йәшәй.
Проекттың маҡсаты – уҡыусыларҙы илһамландырыу, яңы шәхестәр асыу, яҡташтарыбыҙҙың проекттары менән таныштырыу һәм уларға булышлыҡ итеү, үҫешкән башҡорт йәштәр имиджын булдырыу һәм танытыу, бөтә донъянан ватандаштарҙы берләштереү. Бөгөнгө көнгә проект сайтында 100-ләгән мәҡәлә баҫылып сыҡҡан.
Исем туйында йыйынтыҡҡа ингән геройҙар сығыш яһаны. Донъяның төрлө ҡитғаларынан сәләмләүселәр ҙә булды. Китаптың исем туйы рухлы йырҙар менән дә үрелеп барҙы. Баҫма геройҙары билдәләнеүсә, йыйынтыҡ ниндәйҙер кимәлдә тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығын хәтерләтә.
Башкорт йыры бәйгеһен ойоштороусылар "Башкортостан" концерт залында "Беҙ Баймактар бит әле!" тигән яңы проектҡа старт бирҙе. Сығышы менән Баймактан булған профессиональ артистарҙың ҙур концерты йәнә Өфө һәм уның ҡунактарын йыйҙы.