10 июндә «Заман» китап магазинында (Мостай Кәрим урамы, 6) «Һәҙиә һәм Зәйнәб. Башҡортостандың билдәле яҙыусылары бөгөн нимә тураһында һөйләй ала?» тигән лекция-осрашыу уҙа.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар башҡорт яҙыусылары Һәҙиә Дәүләтшина һәм Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижадына бәйле мөһим мәғлүмәттәр ишетәсәк. Сараны Асия Арыҫланова әҙерләп алып бара. Ул XX быуатта башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән ике яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙың төп әҫәрҙәре, мотивтары һәм темалары хаҡында һөйләйәсәк.
- Ике әҙибәнең дә әҫәрҙәре уҙған быуатта яҙылған, әммә улар тикшеренеүселәргә, әҙәбиәтте өйрәнеүселәргә һәм китап һөйөүселәргә һаман да ҡыҙыҡлы һәм фәһемле,- ти сараны ойоштороусы.
Асия Арыҫланова - яҙыусы, төбәк тематикаһына мөрәжәғәт итә. Уның хикәйәләре «Традиции & Авангард» журналында һәм She is an expert проекты сайтында баҫылған. «Ауыл» повесы «Книгуру» балалар әҙәби премияһы исемлегенә ингән һәм әле «Волчок» нәшриәтендә нәшер ителеүгә әҙерләнә.
Әҙәби осрашыу иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.