2021 йылдың 2-3 декабрендә Өфөлә "ВДНХ-ЭКСПО" күргәҙмә комплексы майҙансығында республика оҫталары һәм халыҡ кәсептәрен үҙ итеүселәр өсөн уникаль сара ойошторола. Һөнәрселек форумы - әүҙем һәм талантлы оҫталарҙы, һөнәрселәрҙе йәлеп итеүҙең яңы нөктәһе, һөнәрселек производствоһын һәм халыҡ кәсептәрен йылдам үҫтереү өсөн майҙансыҡ, ул төбәктә тармаҡты үҫтереүҙең тактик һәм стратегик бурыстары буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеген бирә.
Ойоштороусылары - Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты ярҙамында "Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлыҡ" автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, "Минең бизнесым" үҙәге. Сара "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү" милли проекты һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысы сиктәрендә үткәрелә.
Сара Башҡортостан Республикаһының кәсепселек эшмәкәрлеген үҫтереү, халыҡтарҙың уникаль этник мәҙәниәтен һаҡлау, традицион сәнғәт төрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында халыҡ художество кәсептәре оҫталары һәм белгестәрен берләштереү өсөн ойошторола. Форум сиктәрендә "Креатив индустрияның драйвер булараҡ халыҡ-художество кәсептәре" темаһына Пленар ултырыш үтәсәк.
Шулай уҡ һөнәрселек форумында түңәрәк өҫтәлдәр, тематик оҫталыҡ дәрестәре, ҡатнашыусылар араһында нетворкинг һәм консультациялар зонаһы эше үткәреү ҡаралған.
Сара сиктәрендә ҡатнашыусылар халыҡ кәсептәрен һаҡлау буйынса заманса тәжрибәләрҙе, креатив индустрия һәм һөнәрселек өлкәһендәге производство һәм ихтыяж мәсьәләләрен һәм башҡа көнүҙәк темаларҙы тикшерәсәк. Маркетинг һәм һатыу, хоҡуҡи аспекттар өлкәһендә яңы белем аласаҡ, шулай уҡ бизнес-спикерҙар менән тәжрибә уртаҡлашасаҡ.
Форумда ҡатнашыу өсөн халыҡ художество кәсептәре һәм креатив индустриялар буйынса белгестәр, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар белгестәре, дәүләт власы органдары вәкилдәре, оҫталар һәм һөнәрселәр саҡырылған.
Форум онлайн һәм оффлайн форматта үтәсәк. Форумда ҡатнашыу өсөн https://bvkexpo.ru/remeslo сайтында мотлаҡ теркәлеү үтергә кәрәк.
Күргәҙмә комплексына Вакцинация тураһында QR-код йәки 6 ай эсендә COVID-19 менән ауырыу тураһында справка һәм шәхесте раҫлаған документтар менән инергә мөмкин.