Өфөлә Әмир Абдразаҡов менән Илдус Ғәлиуллиндың тыуыуҙарына 85 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте

Өфөлә Әмир Абдразаҡов менән Илдус Ғәлиуллиндың тыуыуҙарына 85 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте

Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Әмир Абдразаҡов менән Илдус Ғәлиуллиндың тыуыуҙарына 85 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтте.

Сарала билдәле шәхестәрҙең ижадташ дуҫтары ҡатнашты. Әмир Ғәбделмән улының тормош, ижад юлы матур китапҡа торошло. Ул күптәргә "Башҡортостан" киностудияһын ойоштороусы булараҡ билдәле. "Әхмәт Зәки Вәлиди Туған", "Аҡмулла", "Ишмулла" кеүек картиналар аша режиссер уңышҡа өлгәшә. Кинооператор Илдус Һаҙый улы менән улар бергә эшләй. Телевидениела ла, киностудияла ла ижади тандем оҙаҡ йылдар айырылғыһыҙ була.

Былтыр декабрҙә "Башҡортостан" киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме бирелгәйне. Республика Хөкүмәтенең был туралағы ҡарарына Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Киностудия етәкселеге билдәләүенсә, арҙаҡлы шәхестең исемен мәңгеләштереү менән бер рәттән уның бай ижади мираҫын һаҡлап ҡалыу, төшөрөлөп бөтмәгән фильмын ниһайәт, тамамлап, халыҡҡа күрһәтеү маҡсаты ҡуйылған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb