Өфөлә Әнғәм Атнабаевты иҫкә аласаҡтар

Өфөлә Әнғәм Атнабаевты иҫкә аласаҡтар

Өфөлә 26 февраль көнө,  М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтәсәк.

Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Тәтешле районы хакимиәте.

Хәтер кисәһендә «Хушығыҙ, хыялдарым», «Ул кайтты» спектаклдәренән өҙөктәр, театр актерҙары башҡарыуында шиғырҙар, йырҙар яңғыраясаҡ. 

Театрлаштырылған музыкаль тамашала М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры артистары Сара Буранбаева, Светлана Хәкимова, Илһөйәр Ғәзетдинова, Сәғиҙулла Байегетов, Алһыу Бәхтиева, Артур Ҡунаҡбаев, Морат Рафиҡов, Милена Сираева, Илсур Байымов, Алһыу Ғәлина, Руслан Хайсаров, Римма Ҡаһарманова, шулай уҡ Өфө «Нур» татар дәүләт театры артистары Резеда Фәхруллина, Айнур Баянов, Илшат Салауатов, шулай уҡ Тәтешле районы һәүәҫкәрҙәре ҡатнашыуы көтөлә.

Сараға инеү ирекле.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb