Күптән күрмәгән Яҙыусылар союзы бинаһына ремонт, Әҙәбиәт йорто булдырыу, грант аҡсаларын арттырыу, яҙыусыларҙың халыҡ-ара бәйләнештәрен, дуҫлығын нығытыу...
Республика Башлығы Радий Хәбиров республика әҙиптәре менән осрашыуҙа ошолар хаҡында һүҙ алып барғанда, моғайын, һәр ижадсының йөҙөндә яҙыусы хеҙмәтенә оло хөрмәт тойғоһо уянғандыр. Былар барыһы ла ҡәләм әһелдәренең ижадын үҫтереүгә булышылыҡ итеүгә, уны халыҡҡа, китап уҡыусыға еткереүгә, китап уҡыусыны тәрбиәләүҙә үҙ өлөшөн индереүҙә һөҙөмтәле йоғонто яһауы бәхәсһеҙ. Сөнки автор ни тиклем талантлы булып, заманыбыҙҙы борсоған ни тиклем шәп әҫәр яҙмаһын, әгәр ул ваҡытында донъя күрмәй икән, бының яҙыусыға ла, китап уҡыусыға ла, ғөмүмән, халыҡҡа файҙаһы юҡ тигән һүҙ.
Тап ошо изге маҡсаттар киләсәктә күп милләтле республика әҙәбиәтен үҫтереүгә етди йоғонто яһаясаҡ.