Сарала Башҡортостандың иң һәләтле һәм талантлы балалары, төрлө конкурстарҙа һәм ижади проекттарҙа еңеүселәр һәм лауреаттар, шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһе мәғариф учреждениелары етәкселәре һәм төп педагогтары ҡатнашты. Форумда ҡатнашыусы өлкәндәр һәм балалар өсөн киңәйтелгән белем биреү, күңел асыу программаһы, интерактив майҙансыҡтар, урта һөнәри һәм юғары белем биреү учреждениелары күргәҙмәләре, ижади майҙансыҡтар ҡаралған.
Шулай уҡ форумда «Башҡортостан - Евразия йөрәге» икенсе ижади проекттар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде һәм йәй Мәскәүгә Балалар мәҙәни форумына Башҡортостан исеменән юлланасаҡ балаларҙың исемлеге иғлан ителде.
Проект Башҡортостан Республикаһында «АРТ-Ҡоролтай» форумы хәрәкәтенең бер өлөшө булып тора һәм һәләтле балаларға ярҙам итеүгә, уларҙы үҫтереүгә, киләсәктә һөнәр һайлай алырлыҡ һәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеүгә йүнәлтелгән.
Форум Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Күңел күҙе» инклюзив халыҡ театры балалары уйнауында Михаил Бартеневтың «Бишкә тиклем һанайым» спектакле һәм "Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәте менән тамамланды.