Өфөлә башҡорт композиторы Рафиҡ Сәлмәновтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы таҡтаташ асылды

Өфөлә башҡорт композиторы Рафиҡ Сәлмәновтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы таҡтаташ асылды

Күптән түгел Өфөлә башҡорт композиторы, музыкант һәм йәмәғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рафиҡ Сәлмәновты хәтергә төшөрҙөләр . Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Композиторҙар союзы билдәле композиторҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында ул йәшәгән йортта таҡтаташ асыу тантанаһында ҡатнашты.

Рафиҡ Вафа улы Сәлмәнов 1917 йылдың 15 сентябрендә Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған.

Музыкаль белемде П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһ ҡарамағындағы башҡорт студияһында ала.

Рафиҡ Сәлмәнов балалар хоры өсөн әҫәрҙәр яҙыуы менән киң билдәле. Уның балалар өсөн вокаль һәм инструменталь әҫәрҙәре музыка сәнғәтендә айырым урын алып тора.

«Йәш дуҫтар йырлай», «Илемә сәскә бүләк итәм» тигән вокаль йыйынтыҡтары балаларға ғына тәғәйенләнгән. Уның баян һәм фортепьяно өсөн инструменталь пьесалары музыка мәктәптәре, училищелар һәм башҡарыусы музыканттар өсөн тәғәйенләнгән. Рафиҡ Сәлмәновтың иң кескәйҙәр өсөн яҙылған «Тышта ҡар яуа» (Ҡадир Даян), уҡыусылар өсөн «Хеҙмәт йыры» (Әхтәм Ихсан), «Игенселәр йыры» (Шәриф Бикҡол), «Һалдат моңдары» (Зәйни Рафиҡов), «Әбйәлил» (Шәкир Бикҡолов) йырҙарынан башлап Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған «Минең йондоҙом», «Юл йыры», «Дан һиңә, дан, Башҡортостан», «Именлек һөнәре», «Хушлашыу», Ҡадир Даян шиғырына яҙылған «Дуҫлыҡ йыры», «Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары», «Таң йыры», «Ҡарасәс», Нәжиб Иҙелбай һүҙҙәренә «Сирень сәскәләре», Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәренә «Күңел һағышына йәшлек эҙҙәренән», «Дилбәр», Ғилемдар Рамазанов һүҙҙәренә «Эҙләйем һине» йырҙарына тиклем кесеһе лә, олоһо ла, һәр кем белә.

Бынан тыш Рафиҡ Сәлмәнов халыҡ музыкаһына таянып байтаҡ әҫәрҙәр ижад итә. Уның тынлы ағас инструменттар өсөн «Турат тауы» тигән музыкаль легендаһы, скрипка һәм фортепьяно өсөн «Яҙғы вальс» әҫәре киң билдәле.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb