Өфөләге М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында “Оҫта ҡулдар” клубы ойошторолдо

Өфөләге М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында  “Оҫта ҡулдар” клубы ойошторолдо

Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙға борон-борондан хас булған күп кенә кәсеп-һөнәрҙәрҙең кире ҡайтыуы күҙәтелә. Әйтәйек, республикабыҙҙың ауыл-ҡалаларында киң йәйелдерелгән “Ағинәйҙәр” хәрәкәте ярҙамы менән селтәр, ҡашмау һымаҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәрен, биҙәнеү әйберҙәрен эшләү киң таралды. Хәҙер күпселек һылыуҙарыбыҙ, апай, инәйҙәребеҙ, үҙ ҡулдары менән матур итеп селтәр, хәситә, иҙеү эшләп алып, уларҙы төрлө кисәләргә, башҡа сараларға рәхәтләнеп тағып йөрөй. Шундай матур күренеш был.  Тик ҡайһы берәүҙәребеҙҙең селтәр-хәситәһе кейгән күлдәге менән бик үк тап килеп етмәүен дә “күрмәү” мөмкин түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Шуға күрә Өфөләге М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейының күргәҙмә залында, заманса стилләштерелгән күлдәк, камзул тегеү, шулай уҡ башҡа төрлө ҡул эштәренә эшләргә өйрәнеү буйынса “Оҫта ҡулдар” клубы ойошторола. Ике аҙнаға бер тапҡыр оҫта ҡуллы бер һөнәрмәнебеҙ үҙе эшләгән, теккән, бәйләгән, сиккән, ҡайыған һ.б.ш. әйбер буйынса оҫталыҡ дәресе (мастер-класс) үткәрәсәк. Әле шундай оҫталыҡ дәресе үткәрергә һәм ниндәй һөнәр үҙләштерергә теләк белдереүселәрҙән тәҡдимдәр, ғаризалар ҡабул ителә

Белешмәләр өсөн түбәндәге телефон буйынса шылтыратырға: 272-65-65.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb