Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейы акция иғлан итә

Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейы акция иғлан итә

Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейы акция иғлан итә.
25 декабргә тиклем теләгән һәр кем музейға бушлай инә ала.

Революционер, журналист Шәһит Хоҙайбирҙин эшмәкәрлеге, ижады хаҡында һәм мәшһүр балерина, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Тамара Хоҙайбирҙинаның тормош юлы, ижадына арналған күргәҙмә менән танышыу мөмкинлеген ҡулланып ҡалырға ашығығыҙ, дуҫтар.

Ҡунаҡтар был шәхестәр хаҡында кинофильм ҡарарға теләүҙәрен алдан иҫкәртеп килһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр, - ти музей хеҙмәткәрҙәре.

 
Йорт-музей Өфө ҡалаһы, Яңы күпер урамы, 20 адресы буйынса урынлашҡан. 
Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 272- 65-43. 
Эш ваҡыты: 10:00-17:30, шәмбе: 12:00-19:00, йәкшәмбе - ял көнө.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb