Өфөләге “Симфоник төн” рекорд ҡуйҙы

Өфөләге “Симфоник төн” рекорд ҡуйҙы

Асыҡ һауала сит ил, Рәсәй, Башҡортостан композиторҙары әҫәрҙәрен тыңларға 22 мең кеше йыйылды. Ул ғәҙәттәге урыны- Конгресс Холл аҫтындағы майҙанда- Өфө амфитеатрында уҙҙы. Өфө дәүләт сәнғәт институтының Йәштәр симфоник оркестры башҡарыуында 3 сәғәт дауамында музыка ағылды. Тамашасылар Чайковский, Моцарт, Бизе, Вивальди, Брамс, Мусогорский, Заһир Исмәғилев һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен тыңланы. Концертты хор коллективтары, айырым солистар һәм уйын ҡоралдары оҫталары сығыштары йәмләне. “Симфоник төн” Өфөлә дүртенсегә үтте. Ул “Евразия йөрәге” фестиваленең бер өлөшө булып тора. Бөгөн фестивалде “Урал моңо” менән “Кино төнө” дауам итә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb