Өфөләрҙе «Арт-Квадрат»ҡа «Арт-академия»ның ете белем биреү майҙансығына саҡыралар

Өфөләрҙе «Арт-Квадрат»ҡа «Арт-академия»ның ете белем биреү майҙансығына саҡыралар

24-25 июндә «Арт-Квадрат» ҡала киңлегендә «Арт-академия» ижади проектының программаһы тәҡдим ителә. Проект сиктәрендә «Музыка», «Бейеү», «Театр», «Кино», «Графика», «Халыҡ» (этно-мода), «Һүҙ» (поэзия, проза һәм КВН) йүнәлештәрен үҙ эсенә алған ете ижади белем биреү тректарының эше ойошторола.

Ижади программаны ирекле форматта уҙғарыу тотош республика йәштәренә өмөтлө арт-продукттар булдырыуҙа ҡатнашырға, воркшоптарҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә файҙалы мәғлүмәт алырға, шулай уҡ «Арт-академия» эксперттары һәм башҡа ҡатнашыусылары менән рәсми булмаған шарттарҙа аралашырға мөмкинлек бирә.

Проектты ойоштороусы – Төбәк-ара мәҙәни башланғыстарҙы үҫтереү үҙәге. Ҡатнашыусыларға һылтанма буйынса 23 июнь киске 5-кә тиклем теркәлергә кәрәк.

Былтыр «Арт-академия» проекты йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең  «Таврида» Бөтә Рәсәй форумында 7,5 миллион һум күләмендә грант алды. Аҡса Башҡортостан Республикаһында ижади резиденцияны үҫтереүгә йүнәлтелде, «Арт-Академия» программаһын ойоштороу уның бер өлөшө булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb