Өфөләрҙе «Быяла юлсы». 20 йыл үткәс» исемле кисәгә саҡыралар

Өфөләрҙе «Быяла юлсы». 20 йыл үткәс» исемле кисәгә саҡыралар

3 июндә Өфө художество галереяһында «Башҡортостан-Синемастан» күргәҙмә-форумы барышында «Быяла юлсы». 20 йыл үткәс» исемле юбилей кисәһе уҙа. Сара Рәсәй киноһы йылына арнала.
Фильмдың премьераһынан һуң 20 йыл үткәс, уның авторҙары Булат Йосопов, Рияз Исхаҡов, төп ролдәрҙе башҡарыусылар Айсыуаҡ Йомағолов һәм Рушана Бабич, актерҙар Алмас Әмиров, Айрат Абушахманов, Рөстәм Хәкимов, Ирек Булатов үҙҙәренең ижад юлы хаҡында бәйән итәсәк. «Дуҫтарҙың осрашыу кисәһе 20 йыл элек Башҡортостандың профессиональ уйын киноһы барлыҡҡа килгән осорға алып ҡайтасаҡ. Ошо лирик фильмда беҙҙең, ул саҡтағы йәш кинематографтарҙың, өмөт-хыялдары сағыла», — тип һөйләй режиссер Булат Йосопов.
Юбилей кисәһенең маҡсаты — башҡорт киноһы тарихының мөһим мәлдәренә тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп итеү, республика өсөн яңы мәҙәни традиция: лайыҡлы таҫмаларҙың ғүмерен оҙайтырға тәҡдим итеү.
«Быяла юлсы» — Булат Йосоповтың республикала профессиональ уйын киноһына башланғыс һалған диплом фильмы. Башҡортостан Кинематографистар союзының матбуғат секретары әйтеүенсә, фильм авторҙары — сценарист Айҙар Аҡманов, режиссер Булат Йосопов, оператор Рияз Исхаҡов, рәссам Владислав Байрамғолов дәүер рухын тотоп алып, тәрән мәғәнәле кино төшөргән. Йәш кинематографтарҙың хеҙмәтен республика етәкселеге юғары баһаланы, улар Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды.

Кисә киске сәғәт 7-лә башлана.

Сығанаҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb