Өфөнән йәш башҡарыусы Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды стипендиаты булды

Өфөнән йәш башҡарыусы Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды стипендиаты булды

Баш ҡаланың урта махсус музыка колледжының етенсе класс уҡыусыһы Радмила Сабирова «Өмөт яҡтыһы» конкурсы йомғаҡтары буйынса Спиваков фонды стипендиаты булды. Ул Людвиг Ван Бетховендың «Оркестр өсөн тәүге концерт» музыкаль әҫәрен тәҡдим итте.

- Уҡыусыларыбыҙ Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа һәр ваҡыт яҡшы сығыш яһай. Беҙҙең колледж - Рәсәйҙең һигеҙ махсус музыка колледждарының береһе, ә уңыш серен, әлбиттә, уҡыусының эшһөйәрлеге һәм остаздың оҫталығы билдәләй. Радмила бик тырыш ҡыҙыҡай һәм, һис шикһеҙ, был наградаға лайыҡ, - ти  колледж директоры Ришат Сәғитов, йәш йырсының һәләтен билдәләп, - Бетховендың беренсе концертын был йәштә бик һирәк башҡаралар бит. Радмила Сабирова - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Лия Кәримованың уҡыусыһы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb