«Өфөнән һөйөү менән» фильмы «Блокбастер» ХХI профессиональ премияһына лайыҡ булды

«Өфөнән һөйөү менән» фильмы «Блокбастер» ХХI профессиональ премияһына лайыҡ булды

Ошо көндәрҙә Мәскәү ҡалаһында «Блокбастер» профессиональ премияһы менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Кинобизнеста 2017 йылға йомғаҡтар яһалды. «Өфөнән һөйөү менән» («AskarFilm») фильмы «Блокбастер» ХХI профессиональ премияһының «сикләнгән прокатта иң табышлы фильм» номинацияһында еңеүсе тип табылды.

«Өфөнән һөйөү менән» фильмы Башҡортостан башлығы гранты емеше. Бөтә Рәсәй прокатҡа сығыусы беренсе фильм «Башҡортостан» киностудияһы ярҙамында төшөрөлгән.

Дәртле, һәләтле актерҙар  заман йәштәрен уйнай. Әрме хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайтып килеүсе төп герой Уралды төрлө мажаралар көтә. Егеттең һөйгән ҡыҙы вәғәҙәһендә тормай, ҡала егетенә әүрәп ҡуя. Быуындан-быуынға тапшырылып килгән йөҙөктө лә һатып ебәрә. Ғаилә ҡомартҡыһын эҙләүсе Урал төрлө мажараларға тарый.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb