Айнур Аҡсаровтың “Өфөнән һөйөү менән” тигән картинаһы киң прокатҡа сығарыла. Фильм ил кинотеатрҙарында күрһәтелә. Кинотаҫманы 3 августан ҡарарға була. “Өфөнән һөйөү менән” фильмы Башҡортостан баш ҡалаһы кинотеатрҙарында ҙур аншлаг менән үтте. Ул тамашасылар һаны буйынса байтаҡ Голливуд блокбастерҙарын уҙып китте. Картина Мәскәү халыҡ-ара кинофестивалендә лә ҡатнашты.
«Еңмеш” фильмы менән киң танылыу алған йәш режиссер Айнур Асҡаров лирик комедияға осраҡлы тотонмаған.
Ауыл йәштәре тормошон һәм психологияһын яҡшы белеүсе кино оҫтаһы был юлы тамашасыға тулы метражлы лирик комедия тәҡдим итте. «Өфөнән һөйөү менән» фильмы Башҡортостан башлығы гранты емеше. Бөтә Рәсәй прокатҡа сығыусы беренсе фильм «Башҡортостан» киностудияһы ярҙамында төшөрөлгән.
Дәртле, һәләтле актерҙар заман йәштәрен уйнай. Әрме хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайтып килеүсе төп герой Уралды төрлө мажаралар көтә. Егеттең һөйгән ҡыҙы вәғәҙәһендә тормай, ҡала егетенә әүрәп ҡуя. Быуындан-быуынға тапшырылып килгән йөҙөктө лә һатып ебәрә. Ғаилә ҡомартҡыһын эҙләүсе Урал төрлө мажараларға тарый...