Өфөнөң Беренсе май паркында фестиваль ойошторола

Өфөнөң Беренсе май паркында фестиваль ойошторола

11 һәм 12 август көндәре баш ҡаланың Беренсе май паркында фестиваль ойошторола. Сарала һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Инеү бушлай.

Ике көн дауамында урында йәшәүселәр Буяу фестивалендә ҡатнаша ала. Был матур сарала һәр кемгә бер-береһен сағыу төҫтәргә буяу мөмкинлеге тыуасаҡ. Ҡунаҡтарҙы буяуҙар, ял итеү урыны һәм фудкорт көтә.

Шулай уҡ, билдәле диджей менән кавер-төркөмдәр сығышы көтөлә. Башлана 14:00 сәғәттә. Рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb