Өфөнөң хәрби дан муйзейында 1812 йылға Ватан һуғышында еңеүгә 205 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды.
Уның эшендә тарихи реконстуркция клубтары ағзалары, халыҡ кәсептәре менән шөҙөлләнеүселәр ҡатнашты. Музейға килеүселәр 19 быуаттағы көнкүреш әйберҙәре менән танышты.Напалеонға ҡаршы алышҡан Башҡорт атлылары һәм Өфө пехота полкы тураһында мәғлүмәт алды. Француз яуы осорондағы ауыҙ-тел ижады өлгөләре күргәҙмәгә халыҡ колоритын өҫтәне. Боронғо кәсептәрҙе тергеҙеүселәр үҙ шөғөлө тураһында йотлоғоп һөйләне.
Марс Мофаззалов, хәрби-тарихи реконструкция клубы ағзаһы: «Ул мәлдә казактар менән атаман Платов етәкселек иткән. Легендар шәхес әлбиттә. Башҡорт ғәсҡәрҙәре атамандың ҡулы аҫтында булған. Ваҡыты менән хатта башҡорттар казак ғәсҡәренең 80 проценттан ашыуын талап иткән. Улар һөжүм иткәндә авангардтта, сигенгәндә аръергардта булған».
Сығанаҡ: http://tv-rb.ru/bash/novosti/m-ni-t/t-nya-amur-aryna-arnala/