Билдәле рус шағиры һәм рәссамы Давид Бурлюктың һәләк булған көнөндә Өфөнөң "Икс-Макс" актуаль сәнғәт галереяһында "Айырылышыу" тип исемләнгән күргәҙмә асылды.
Ижади проект авторҙары кешене һуңғы юлға оҙатыу импровизацияһын ойоштороп, тамашасы иғтибарын йәлеп итә.
Билдәле булыуынса, Башҡортостанда ике йыл йәшәү осоронда Давид Бурлюк ике йөҙгә яҡын картина яҙа, коллекцияның бер өлөшө бөгөн Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һаҡлана. Шуға ҡарамаҫтан, экспозиция авторҙары футуризмға нигеҙ һалыусының ижади эштәрен күргәҙмәгә ҡуймаған.
Тамашасыға иһә улар сәнғәттең яңы йүнәлешен — фломастер менән төшөрөлгән плакаттарҙы хәтерләткән әҫәрҙәрен тәҡдим итә. Ижадсылар сатира һәм юмор ярҙамында заман проблемаларын күтәреп сыға.