Өфөнөң «Мираҫ» ансамбле Оманда мәртәбәле фестивалдә ҡатнаша

Өфөнөң «Мираҫ» ансамбле Оманда мәртәбәле фестивалдә ҡатнаша

6 февраленән 12-һенә тиклем Оманда Халыҡ-ара музыка фестивале уҙа. Уны Маскат ҡалаһында Король операһы ойоштора. Сараға төрлө илдәрҙән музыкаль һәм бейеү коллективтары саҡырылған.

«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбленең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фестивалдә коллектив Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының традицион мәҙәниәте менән таныштыра. «Мираҫтар» сит ил тамашасыларына «Йыуаса», «Сатыр эргәһендә», «Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар», «Йәшлек» бейеүҙәре, шулай уҡ музыкаль композицияларын тәҡдим итә.

Күләмле сарала шулай уҡ Коста-Рика, Польша, Әрмәнстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән һәм башҡа илдәрҙән ҡатнашыусылар сығыш яһай. Ойоштороусылар бер нисә концерттан торған бай программа әҙерләгән.

«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле был мәртәбәле сарала В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто ярҙамы менән ҡатнаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb