Өфөнөң «Муха» студияһы «Союзмультфильм» менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Өфөнөң «Муха» студияһы  «Союзмультфильм»  менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Кисә, 23 июлдә Республика йортонда БР башлығы Радий Хәбиров «Союзмультфильм» киностудияһы директоры Борис Машковцев һәм  «Муха» студияһы  директоры Артур Абдрахманов менән осрашты.

Унда һүҙ Башҡортостан Хөкүмәте һәм студиялар менән хеҙмәтләшлек итеү, төбәктә анимация фильмдарын төшөрөүҙе үҫтереү хаҡында барҙы.

Борис Машковцев әйтеүенсә, «Союзмультфильм» әле төрлө жанрҙарҙы үҙләштереү, Рәсәй һәм сит ил төбәктәре менән бәйләнештәрҙе нығытыу өҫтөндә эшләй. Радий Хәбиров Өфөлә «Муха» студияһының уңышлы эшләп килеүен һәм Башҡортостандың иң уңышлы мәҙәни образдарын ил кимәлендә таратырлыҡ мөмкинлеккә эйә булыуын билдәләне. Әле студия Башҡортостан башлығы заказы буйынса башҡорт яугирҙары хаҡында «Төнъяҡ амурҙар» йәнһүрәтен төшөрә.

«Союзмультфильм» төбәк студиялары менән бәйләнештә һәм анимация технопаркы форматында үҫешә. Өфө студияһының улар менән хеҙмәттәшлеге етештереү күләмен арттырыу мөмкинлеге бирәсәк. Республика башлығы белдереүенсә, әле «Муха» студияһын киңәйтеү буйынса тәҡдимдәр индерелгән. Шулай уҡ урында уҡытыу үҙәге асыу хаҡында ла һүҙ бара, был талантлы йәштәрҙе йәлеп итеү мөмкинлеге бирә. Өфө мультипликаторҙары фекеренсә, дәүләт яғынан иғтибар эш сифатын күпкә яҡшыртасаҡ, мөмкинлектәр ҙә артасаҡ.

Осрашыуҙан һуң Радий Хәбиров үҙенең инстаграм сәхифәһендә: “Бәләкәй сер менән бүлешәм: 21-се йылдың октябрендә «Муха» студияһы беҙҙең хөкүмәт заказы буйынса беҙҙең батыр ата-бабаларыбыҙ тураһында йәнһүрәттең беренсе өлөшө менән таныштырасаҡ”, - тип яңылыҡ менән бүлеште.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb