5 майҙа Рауил Бикбай исемендәге паркта байрам концерты үтә. Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арнала.
Кисәлә һуғыш йылдарында ижад ителгән билдәле йырҙар яңғырай. Тамашасыларҙы Республика халыҡ ижады үҙәге артистарының һәм ижади коллективтарының, Өфө балалар филармонияһы солистарының сығышы көтә. Атап әйткәндә, Илдус Богданов, Марина Иванова, Сулпан Раҡаева, Рәмзиә Тарасова, Әлфиә Ахмаева, Алһыу Юлдашбаева, «Ауаз» фольклор ансамбле, «Селтәр» милли кейем халыҡ студияһы, «Сударушка», «Умырзая», «Дуҫтар тауышы» йыр ансамблдәре сарны биҙәйәсәк.
Киске сәғәт 5-тә башлана.
Инеү ирекле.