Йәш автор Алмас Шаммастың (Шаммасов Алмас Рауил улы) «Өй түбәмдә күгәрсендәр» тип аталған өр-яңы китабы донъя күрҙе. А. Шаммастың был йыйынтығында төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары урын алған. Уларҙа йәш ижадсы һәр ваҡыттағыса романтик рухына, тәнҡитле реализм, гражданлыҡ пафослы шиғриәт принциптарына тоғро ҡала.
«Замандаш трагедияһы» исемле үҙенсәлекле поэмаһында шағир яңы осорҙоң киҫкен проблемаларын күрһәтә, яңы герой образын тыуҙырыуға ынтылыш яһай. Сирек быуатлыҡ арауыҡты һүрәтләгән был әҫәрҙә фәлсәфәүи, сәйәси, әхлаҡи мәсьәләләр күтәрелә.
Поэма уҡыусыһын дуҫлыҡ, мөхәббәт, ғәҙеллек, ҡурҡаҡлыҡ, батырлыҡ һәм башҡа мәңгелек төшөнсәләр хаҡында уйланырға саҡыра.
Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин.