«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсы үтә

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсы үтә

Республикала «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсына ғаризалар йыйыу дауам итә. Конкурс Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәре халҡы араһында башҡорт халҡының мәҙәниәтен, туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләне асыҡлау һәм ғаилә институтын нығытыу маҡсатында уҙғарыла.

 Бәйгелә республика биләмәһендә һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән, башҡорт телендә һөйләшкән, теркәлгән никахта торған һәм бала тәрбиәләгән, шул иҫәптән тәрбиәгә алынған ғаиләләр ҡатнаша ала.

Конкурс өс номинацияла үткәрелә: «Ғаилә ижады», «Ғаилә кәсебе», «Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре» һәм муниципаль, зона, республика этаптарын үҙ эсенә ала.

Конкурстың ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булышлығында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы.

Ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы); Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһының “Халыҡтар дуҫлығы йорто”, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb